Башҡортостанда яҙғы экологик өмәләргә старт бирелде

Бөгөн республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә коммуналь хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр урам-ихаталарҙы таҙартырға сыҡты.

Өфөнөң Октябрь районы хакимәте экологик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә өмәгә дәррәү сыҡҡан, ғаилләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Улар көрәш һарайның эргә-тирәһен ҡыш буйы йыйлған сүп-сарҙан таҙартты, ҡар өйөмдәрен таратты. Эш күңелле барһын өсөн ошонда уҡ төрлө уйындар, сәй эсеү ойошторолған. Хакимиәт өмәселәр өсөн эш ҡоралдары ла әҙерләгән. Бындай саралар коллективты берләштерә, икенсенән йәш быуын ошондай өмәләрҙе күреп, өлгө алырға тейеш, ти ҡатнашыусылар. Ә таҙалыҡ, бөхтәлек тәртип булған ерҙә йәшәүе лә, эшләүе лә күңелле.

Иглин районы ауылдары ла бөгөн экологик өмәләрҙән гөрләп тора. Көрәк, һепертке, сүп тоҡтары тотҡан кешеләрҙе барлыҡ майҙандарҙа ла күрергә мөмкин. Улар көҙҙән ҡалған ағас ботаҡтарын, япраҡтарҙы, сүпте йыя, ҡарҙы күләгәле урындарҙан асыҡ ергә ташлай. Тыуған төйәктең матурлығы, таҙалығы һәр беребеҙҙең ҡулында. Әммә тәртипте булдырыу ғына түгел, һаҡлау, бысратмау ҙа мөһим, ти иглиндәр.