«Фармленд» дарыуханалар селтәренең Өфөләге логистик комплексы илдең 11 тәбәгенә медикаменттар оҙата

Мәскәүҙән алып Ханты-Мансиға тиклем. «Фармленд» дарыуханалар селтәренең Өфөләге берҙән-бер логистик комплексы илдең 11 тәбәгенә медикаменттар оҙата. Уның төҙөлөшө тураһындағы проект Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ивестиция сәғәтендә ҡаралып, республика етәкселеге тарафынан хуплау тапҡайны. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Бында барыһы ла сәғәт кеүек эшләй. Адреслы һаҡлау системаһы дарыуҙарҙы шунда уҡ табырға һәм дарыуханаларҙан килгән заявкаларҙы тиҙ арала эшкәртергә мөмкинлек бирә. Медикаменттар тупланған ҡап тейешле урынға хатаһыҙ ғына барып етә. Быға инфоскан ҡоролмаһы ярҙамлаша. Ул һәр бер тупланманың штриходын уҡып, конвейерға оҙата.

«Фармленд» дарыуханалар селтәренең 17 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан логистик комплексы өс йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында төҙөлә башлай. Проект хаҡы-1 миллиард 300 мең һум. Республикала инвестицияларҙы йәлеп итеүҙә булдырылған уңайлы шарттар бинанын йыл ярым эсендә төҙөп бөтөргә һәм сафҡа индерергә мөмкинлек бирә. Тап Өфөнән илдең 11 төбәгендә эшләп килгән 2 мең 700 дарыуханаһына медикаменттар оҙатыла.

Логистик комплекстың төҙөлөшө етештереүселәр менән туранан-тура эшләргә һәм бер юлы ҙур күләмдә продукция һатып алырға мөмкинлек бирә. Был хаҡты ла кәметә һәм һатып алыусылар өсөн бик отошло килеп сыға, ти компания етәкселеге.

Башҡортостан инвесторҙар өсөн асыҡ. Һуңғы 7 йылда төбәккә дөйөм алғанда 4 триллион һумға яҡын аҡса йәлеп иткән. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәй субъекттарының инвестицион үҫеш рейтингында дүртенсе урында. Шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығының милли рейтингында ла алдынғылар иҫәбендә.

Әлфинә Килдейәрова