Эшҡыуплыҡҡа йәшел ут. Бишбүләк районында 495 шәхси эшҡыуар, ә үҙмәшғүлдәр 1800 кеше. Өс хужалыҡта йорт ҡоштары бүҙәнәләр аҫрала. Витиаминдарға һәм минералдарға бай йомортҡалар һалған ғәжәйеп ҡошсоҡтарҙы үрсетеүселәр тәжрибәһе менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды.Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Бәләкәй түшкәләрҙе Гөлназ Шәрәфуллина духовкала бер сәғәттә бешерә, ыҫланғандры ла бүҙәнә итен яратыусыларҙа ихтыяж менән файҙалана, ти хужабикә. Бүҙәнә ите туҡлыҡлы һәм файҙалы, ул беҙҙең ғаиләнең яратҡан ризығы, бынан тыш уны кафе, ресторандар ҙа күпләп ала.
Тормошоғоҙ уңайлы һәм шөғөлөгөҙ файҙа килтерерлек булһын өсөн бүҙәнә аҫрағыҙ, ти Бишбүләк эшҡыуары.Был бәләкәй ҡоштар талымһыҙ,йәшәү өсөн ҙур майҙан талап итмәй. Улар хужаларын көн һайын йомортҡа һалып ҡыуандыра.Ҡошсоҡтарҙы үрсетеү- һаулыҡ һәм шатлыҡ сығанағы булыуҙан тыш, хужаларына ярайһы килем дә килтерә. Гөлназ Шәрәфуллина ла киләсәктә ҡоштар һанын 25 меңгә еткереү өсөн дәүләт ярҙамына иҫәп тота.
Бишбүләк районыда бүҙәнә өс хужалыҡта аҫрала. Район хакимәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары үҙ эшен асыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер.
Бүҙәнәләрҙе күҙәтеү-күңелле, уларҙың тән температураһы 40 градус. Шуға күрә лә был талымһыҙ ҡошсоҡтарға инфекцион сир йоҡтороу ҡурҡынысы ярнамай. Уларҙы тейешле температурала тотоп, бүлмәне елләтәтеп, ваҡытында ашатып тороу ҙа етә. Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы менән ҡоштарҙың һанын һәм уларҙы аҫрау шарттарын яҡшырта ала..
Бүҙәнә үрсетеү-ғаиләне көн һайын экологиҡ яҡтан таҙа һәм һаулыҡ өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү тигән һүҙ. Был һөйкөмлө ҡоштар бик аҙ урын биләй, сыбар таптар менән биҙәлгән усҡа һыймалы бәләкәй йомортҡалар витаминға бай,
аллергияны сикләй, иммунитетты нығыта, йөрәк һәм аш һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшырта.
Гүзәл Борханова