Унынсы тапҡыр ойошторолған мәҙәни сараның быйылғы Гран-приһын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яуланы. Ижади коллектив тамашасы һәм абруйлы баһалама ағзалары хөкөмөнә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен сығарҙы. Сәхнә әҫәре эксперт комиссияһы тарафынан юғары баһаланып фестивалдең төп призына лайыҡ булды. Шулай уҡ ошо уҡ спектактелдә төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Илгизә Ғилманова «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында айырым билдәләнде. Әйткәндәй, быйылғы фестиваль сиктәрендә Бәҙәр Йосопова, Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөткән махсус приздар Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан яңынан тергеҙелде.
Фестивалдә республиканың барлыҡ алдынғы театр коллективтары ҡатнашты, улар һуңғы ике ижади миҙгелдә үҙҙәренең иң яҡшы постановкаларын тәҡдим итте. Һәр ижади эш Өфө, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларынан билдәле театр тәнҡитселәре тарафынан ентекле ҡаралды. Спектакль һуңынан эксперттар әҫәрҙе төрлө яҡлап баһаланы. «Театр яҙы» конкурсы-фестивален ябыу тантанаһында «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы ир-егет роле», дуэт, хореография, актерҙар ансамбле кеүек һәм башҡа номинацияларҙа иң-иңдәр билдәләнде. Тамашасы һөйөүенә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының «Ҡанатлы генерал» спектакле лайыҡ булды.