Башҡортостанда ужым яҡшы ҡышлаған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙән сәсеп ҡалдырылған иген баҫыуҙарының 99  проценты һәйбәт баһа алған. Ужымдың майҙаны 285  мең гектар. Уның ҙур өлөшөн бойҙай  алып тора. Яҙын 1 миллион 400  мең гектарҙа сәсеү ҡаралған.Бойҙай, ҡарабойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны арттырыла.