Көндәр йылыныу менән талпан әүҙемләшә

Медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр арта. Был бөжәктәр талпан энцефалиты, боррелиоз, эрлихиоз һәм башҡа сирҙәр менән зарарлай ала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талпан энцефалитынан вакциналауҙы иртә яҙҙа башларға тәҡдим итә. Беренсе һәм икенсе прививка араһы 1 айҙан 7 айға тиклем булырға тейеш. Уҙған йыл Башҡортостандың 42 районында талпан энцефалиты теркәлгән.