Бинала йәштәр ойошмалары штабтары урынлашҡан. "Еңеү ирекмәндәре", старосталар советы, "Йәш гвардия" һәм башҡалар эшләй. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, Республикала йәштәргә ҙур иғтибар бирелә, файҙалы проекттар һәм программалар ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа 5 "Йәшлек" биләмәһе асылған.