Өфө ҡалаһында Юрмаш йылғаһы ташҡан

11 баҡсасылыҡ ширҡәтен һыу баҫыуы мөмкин, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Хәл контролгә алынған. Бында махсус техника эшләй, ҡотҡарыусылар дежур итә, һыу ағыҙыу өсөн соҡорҙар йырыла. Ғәҙәттән тыш хәл булһа, 78-се мәктәптә ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырылған.