Өфөлә уҡыусылар өсөн хәүефһеҙлек дәресе үтте

Яҙғы каникул ваҡытында балаларҙың хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итергә? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, инструктаж үткәрҙе.

Каникул осоронда балалар менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлмәһен өсөн янғын һүндереүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Аңлатыу эштәре айырыуса йылға-күлдәрҙә боҙ киткән осорҙа көнүҙәк тип билдәләй ҡотҡарыусылар.

Хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора, иғтибарҙы юғалтырға ярамай. Ғәҙәттә, ата-әсәләр эштә булғанда, балалар каникулды өйҙә яңғыҙ үткәрә. Шуға күрә улар төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен нисек тоторға, ҡайҙа шылтыратырға һәм, әлбиттә, тәүге ярҙам күрһәтә белергә тейеш.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Ут менән дә һаҡ булырға кәрәк. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға ут һүндереү ҡоролмаларын ҡулланыу тәртибенә өйрәтте. Шулай уҡ өй шарттарында хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде, һәр бүлмәгә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыу кәрәклеге иҫкә төшөрөлдө. Ҡотҡарыусылар фекеренсә, бындай белем күп бәләләрҙән ҡотолорға һәм көндәлек тормошта хәүефһеҙлек тәьмин итергә ярҙам итәсәк.

Әле мин ҡотҡарыусыларҙың янғындарҙы һүндереүҙә кейгән кейемендәмен. Уға хатта төтөн еҫе һеңгән. Дәрес бик ҡыҙыҡлы үтте.

Ангелина Целоусова, Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусыһы