Республикала, илдең күп кенә башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, хайуандарға традицион яҙғы вакцинация үткәрелә. Вакцинацияның себер түләмәһе, ҡотороу, бруцеллез кеүек малдарға зыян килтерә торған ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Бынан тыш йорт хайуандарын электрон тамғалар ярҙамында чипларға һәм страховкаларға мөмкин. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Станислав Дмитриев мал табиптарын һәр ваҡыт көтөп ала.Йорт хайуандарының һаулығын хәстәрләүҙе ул бурысы тип һанай. Хужалыҡта биш баш тана, ике баш йылҡы аҫрала. Бишбүләк районы ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре план буйынса малдарға яҙғы вакцинация үткәрә, һәр малдан лейкоз һәм бруцелезға анализ ала.
Бишбүләк районында шәхси секторҙа йәмғеһе 6000 баш эре мөгөҙлө мал,5000 самаһы һарыҡ һәм кәзәләр, 300 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Һәр йорт хайуаны һәм ҡош-ҡорт ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәренең ныҡлы күҙәтеүендә. Һатып алынған мал сәләмәтлеге лә ныҡлы тикшереү үтә.
Сәхрә һәм ялан-ҡырҙарҙа ирке йөрөргә яратыусы йылҡы малын электрон тамғалау ҙа кәрәкле ғәмәлдәрҙән һанала. Был ысул малдар икенсе көтөүгә ҡушлыпғанда уларҙы эҙләп табыуҙы еңелләштерә. Шәхси хужалыҡ тотоусы бер юлы йылҡыларға электрон тамға ҡуйҙыртты, тейешле анализдар алдырҙы.
Бөгөн иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе-йорт хайуандары күпләп ҡырылыуға юл ҡуймау. Хатта тейшле рәсми документһыҙ һәм белешмәһеҙ һатыусыларҙан һыйыр, һарыҡ йәки ҡош-ҡортто һатып алыу ҙа бер хужалыҡ өсөн генә түгел, хатта тотош ауыл һәм биләмә өсөн дә баш бәләһенә әүерелеүе итимал. Мал эпизоотик хәлгә дусар булған төбәктән килтерелгән осраҡта, 30 көнлөк карантин талап ителә. Бындай осраҡта бөтә хайуандарҙа иҫәпкә алынырға тейеш.
Прививкаларҙан тыш, йорт хайуандарын страховкалау мәсьәләһе лә көнүҙәк. Күпләп мал аҫраусы хужалыҡтар һәм етештереүселәр, был маҡсатта дәүләт ярҙамы менән файҙаланһалар, компенсацияның 50 процентына иҫәп тота ала. Малдарҙы страховкалау шәхси кешеләргә лә асыҡ. Бының өсөн бер нисә шарт бар, иң мөһиме-малдың санитар китабы һәм страховкалау ваҡытында сирләмәүе мөһим.
Эксперттар шулай уҡ, һатыуға ҡуйылған малдың иғлан хаҡы түбән булған һайын,сирлеһен һатып алыу хәүефе лә юғары, тип билдәләй. Шулай уҡ мал аҙығы һайлыуға үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Сит-яттарҙан уны һатып алыу ҡурҡыныс.
Гүзәл Борханова