«Автомобилист» менән сериялағы 4-се уйында Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 5-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Дәғүәселәр ҡапҡаһына шайбаларҙы Шелдон Ремпал һәм икешәр тапҡыр Максим Кузнецов менән Данил Алалыкин индерҙе. Был еңеүҙән һуң юлаевсылар серияла 3-1 иҫәбе менән алда бара. Плей-оффтың сирек финалына сығыу өсөн яҡташтарыбыҙға тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды. Командалар иртәгә Екатеринбургта 5-се уйын уҙғара.