Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлауға 25 миллиард һум бүленә

Республикала быйыл таушалған юлдарҙы ремонтлау һәм яңыларын төҙөүгә 25 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлеләсәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Радий Хәбиров был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡырҙы. Сөнки яҙ етеү менән халыҡтың иң йыш ҡуҙғаталыған мәсьәһе тап юлдарҙың торошона бәйле. Ер йөҙө ҡарҙан әрселеү менән башҡа мәшәҡәттәр ҙә ҡалҡа. Улар ҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылды.

Йылғалар боҙҙан әрселеү менән һыу кимәле ҡапыл күтәрелә башланы. Өршәк йылғаһы мәҫәлән бер тәүлектә генә 226 сантиметрға артҡан. Республикала әле һигеҙ урында һыу сығыу сәбәпле юлдар ябылған. Хәл ҡотҡарыусылар контролендә тотола.

Юлдар мәсьәләһе лә етди күҙәтеүгә алынды. Быйыл ер ҡарҙан иртә әрселде, юлдарҙы төҙөкләндереү ҙә күпкә иртәрәк башҡарылырға тейеш, юғиһә был проблема тамам теңкәгә тейҙе, тине төбәк башлығы. Әле республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең шаҡтай ҙур өлөшө тап асфальт ҡатламы таушалыуға ҡағылышлы.

Ҡыштан ҡалған проблемаларҙы хәл итеү менән бергә киләһе ҡышҡа әҙерлек тә көн тәртибендә. Алда яҙғы баҫыу эштәре көтә. Былтырғы тәжрибәне иҫәпкә алып аграрийҙар сәсеү сәйәсәтенә байтаҡ үҙгәрештәр индермәксе.

Сәсеүгә быйыл апрелдең егермеләре төшөргә иҫәп тотола. Башҡортостан һыуңғы ете йылда ҡеүәтле техникаға өҫтөнлөк бирә һәм күпләп һатып ала. Был инде ауыл хужалығы алып барыу өсөн хәүефле төбәктә эштәрҙе күпкә тиҙерәк башҡарыу мөмкинлеге бирә. Быйыл аграрийҙар ун-ун биш көндә сәсеүҙе тамамларға иҫәп тота. Әгәр шул уҡ һауа торошо планға төҙәтмәләр индермәһә.

Һуңғараҡ Финист Магнитогорск ҡалаһына тиклем йөрөй башлай. Ә киләһе йылдан ул баш ҡала менән Сибайҙы тоташтырасаҡ. Был бәйләнештәр инде оҙаҡҡа һаҡланыр. Тимер юлы бит асфальт түгел.

А.Кәбиров