Йәмғеһе, республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр яҡынса 7 миллион гектарҙы биләй. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән профилле кәңәшмәлә премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем 29 мең гектар һөрөнтө ер ҡайтанан әйләнешкә индереләсәк. Ике йыл элек республика файҙаланылмаған участкаларҙы аныҡлау буйынса пилот проектына ингәйне. 2030 йылға тиклем бөтәһе 761 мең гектар майҙанды аныҡлау һәм әйләнешкә индереү бурысы тора.