Ижади коллектив йәнә инглиз драматургы Уильям Шекспирҙың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. «Антоний һәм Клеопатра» тип исемләнгән спектакль башҡорт телендә сәхнәләштерелә. Тамаша бер донъяны емергән һөйөү тарихын бәйән итә. Рим полководецы Марк Антоний Мысыр батшабикәһе Клеопатра хаҡына властан һәм вазифаһынан баш тартыуын һүрәтләй. Премьера сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабичтың бенефис спектакле булараҡ сығарыла.