Башҡортостанда Аҫҡын мәмерйәһе туристар өсөн ябыла

Сикләү 1 апрелдән ҡабул ителә. - Урманда айыуҙар  уяна. Уларға ҡамасауларға ярамай, - тип хәбәр итә туристик гидтар. Экскурсиялар май айында башланасаҡ.  Аҫҡын мәмерйәһе Ғафури районында урынлашҡан. Ул төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле булып тора.