Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Инйәр станцияһында реконструкция быйыл ҡаралған. Бынан тыш, Таутөмән һәм Иглин станциялары биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса грант алыуға онлайн тауыш биреүҙә ҡатнаша. Уҙған йылда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектына ярашлы Күмертау һәм Шаҡша станцияларында ремонт башҡарылды.