Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыу эштәре тамамланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай эш быйыл Өршәк, Инйәр, Әй, Йүрүҙән, Сөн йылғаларында алып барылған. Төп маҡсат -  боҙ тығылыуға юл ҡуймау, ауылдарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлау. Ҡотҡарыусылар әле тулы  әҙерлектә. Мониторинг алып барыла, боҙ тығылған урындарҙа  тейешле саралар күрелә.