Иҡтисади тотороҡлоҡ, фәнни-технологик үҫеш, социаль йөкләмәләр һәм махсус хәрби операцияға ярҙам. Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында 2025 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет доклады менән сығыш яһаны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп һөҙөмтәләр һәм киләсәккә пландар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе девизы республиканың министрлыҡ-ведомстволары өсөн төп эш йүнәлеше булып тора. Үткән йылда төбәктә махсус хәрби операцияға ярҙамға 30 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ярҙам саралары төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, реабилитация, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар.
Социаль күрһәткестәр артында тәү сиратта иҡтисадтың реаль секторы ята. Башҡортостан башлығы финанс үҫеште ыңғай баһаланы. Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә эшләйбеҙ, айырыуса дәүләт һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса, тине Радий Хәбиров.
Ауылы хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө, фәнни-технологик үҫеш, беренсел медицина ярҙамы, газификациялау буйынса республика илдә алдынғы урындарҙы биләй. Башҡортостанда туризмды үҫтере- буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Шулай уҡ ғаиләләрҙе социаль яҡлауға ныҡлы иғтибар бирелә, был йүнәлеш «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы»нда айырыуса көнүҙәк. Республикала уңайлы мөхит тыуҙырыу, тормош сифатын яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар, тип билдәләнде ултырышта.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ Контроль-иҫәп палатаһы рәйесен раҫланы, был вазифаға Елена Теняева тәғәйенләнде. Шулай уҡ ултырышта 4 тиҫтәнән ашыу закон проекты тикшерелде, ҡануни документтарҙың береһе Башҡортостанда етештерелгән продукцияны танытыу буйынса.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы 4 сәғәттән ашыу дауам итте. Депутаттар Хөкүмәттең 2025 йылдағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ыңғай күрһәткестәр алдағы йылдарҙағы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ла ныҡлы нигеҙ булып тора.
Рәмзиә Кәримова