Вакцина юҡ, үҙаллы һаҡланырға ғына. Йыл башынан республикала утыҙҙан ашыу кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә сирҙе йоҡтороу хәүефе юғары булған муниципалитеттар исемлеге лә бар. Баҡса эштәре әүҙемләшеү менән ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелә. Геморрагик биҙгәкте иҫкәртеүсе саралар, уның тәүге билдәләре һәм дауалау ысулдары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.
Ҡар өйөмдәрен таҙартып, ағас төптәренән япраҡтарҙы йыйырға - яҙ етеү менән баҡса мәшәҡәте арта ғына. Дмитрий Анекеев ҡул көсө талап ителгән эште ҙур теләк менән башҡара. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәргә тырыша: мотлаҡ рәүештә битлек-бирсәткә кейә. Быға тиклем өс тапҡыр сысҡан биҙгәген йоҡторған ир һаулығына хәҙер күпкә иғтибарлы.
Сир билдәләренә килгәндә, баш ауырта, температура 39-41 градусҡа тиклем күтәрелә, күңел болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Бөйөрҙәр зыян күрә. Белгестәр билдәләүенсә, пациент тулыһынса һауыҡһын өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителә.
Йыл башынан алып республикала 34 кеше геморрагик биҙгәк менән дауаханаға эләккән. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, сирҙе йышыраҡ 50 йәшкә тиклемге ирҙәр йоҡтора. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшселәре лә хәүеф төркөмөндә. Ауырыуҙы тәбиғәт шарттарында йәки кимереүселәр таралған бинаны йыйыштырған ваҡытта туҙан аша йоҡторорға ла мөмкин.
Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бөрйән, Нуриман, Тәтешле, Миәкә райондарында, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында геморрагик биҙгәк йоҡтороу осраҡтары күберәк теркәлә. Халыҡты иҫкәртеү сараларынан тыш, республика муниципалитеттарында планға ярашлы дератизация эштәре лә башҡарыла.
Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ. Мәкерле сирҙән тик дөйөм санитар ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә һаҡланырға була. Табиптар ауырыу билдәләре барлыҡҡа килеү менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә, үҙаллы дауаланмаҫҡа саҡыра.
Гөлназ Хәйбуллина