Лира Фәхри ҡыҙы 40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар дауамында Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була. Лира Фәйзуллина 1936 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуа. 20 йәшендә, ҡатмарлы конкурс үтеп, тәүге тапҡыр радиоэфирға сыға һәм һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Лира Фәхри ҡыҙы менән хушлашыу иртәгә, 1 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 7-се йорт адресы буйынса үтә.