Башҡортостан командаһы Рәсәйҙә тәүге ун командаға инә. Былтыр студенттар 40-тан ашыу миҙал яулаған. “Был күрһәткес урта һөнәри белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республика башлығы “патриот” паркында чемпионат лидерҙары менән осрашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Патриот” паркында үткән сарала һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңгән 150 студент ҡатнашты. Улар тиҙҙән төбәк-ара чемпионатта республика данын яҡлай. Башҡортостанда 90-дан ашыу колледжда 120 мең ҡыҙ һәм егет белем ала. Белем биреү учреждениеларын яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә, ти республика Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт30 апрелдә Рәсәйҙә профессионалдар чемпионатының төбәк-ара этабы еңеүселәре асыҡлана. Артабан финалистар Бөйөк һәм Түбәнге Новгород, Калуга, Санкт-Петербург предприятиеларҙа һынау үтә.