Быйыл 34 кеше вирус менән зарарланған. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, 2024 йылда - 350, былтыр - 700 кеше сысҡан сире менән ауырыған. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Вирус сығанаҡтары 6 ҡалала һәм 42 районда теркәлгән. Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бөрйән, Нуриман, Тәтешле, Миәкә райондарында, Октябрьский ҡалаһында геморрагик биҙгәк менән зарарланыу йышыраҡ теркәлә. “Инфекциянан вакцина юҡ. Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн гигиена талаптарын үтәү мөһим”, - ти табиптар. Республикала биләмәләрҙе сысҡандарға ҡаршы эшкәртеү ваҡыты билдәләнгән.