Ҡышҡы йоҡонан торған тайыштабан фототоҙаҡҡа эләккән. Фотоһүрәткә ҡарағанда, ҡырағай хайуан ныҡ ябыҡҡан. Милли парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, оҙайлы йоҡонан һуң айыуҙар ашарға эҙләй. Тәүге ике аҙнала улар өңдәренән алыҫ китмәй. Тайыштабындың маҡсаты – ҡояшта йылыныу, ашҡаҙанын эшләтеп ебәреү.