Өфөлә студенттар кампусы төҙөлөшө әүҙем бара

Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Объектта бер үк ваҡытта бер нисә субподряд ойошма эшләй. Эшселәр фасад төҙөй, биҙәү эштәре һәм коммуникациялар үткәрә. Күләмле проектҡа 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр, ете кран һәм 30-ҙан ашыу берәмек башҡа техника йәлеп ителгән. 

Төҙөлөш Йәштәр һәм балалар милли проектының заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты буйынса алып барыла. Радий Хәбиров кампустың проект ҡарарҙары һәм функциональ тулыландырыу концепцияһы, шулай уҡ биналарҙың эске биҙәлеше варианттары менән танышты. Әле 10-дан 29 ҡатҡа тиклем ете башняны төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә. Уларға бөйөк ғалимдар исемен биреү планлаштырыла. Биналарҙа студенттар өсөн ятаҡтар, спорт һәм ижади зоналар урынлаштырыла. Төбәк етәксеһе кампус студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың гармониялы үҫеше өсөн уникаль мөхит буласағын билдәләне.