Бөгөн республика йәмәғәтселеге башҡорт телерадиотапшырыуҙары легендаһы Лира Фәйзуллина менән хушлашты. Яңыраҡ ҡына ул 90 йәшен билдәләгәйне.
Лира Фәхри ҡыҙы 1936 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 20 йәшендә конкурс үтеп ул тәүге тапҡыр радиоэфирға сыға. Ул йылдарҙа радио тура эфирҙа ғына эшләй. Тыңлаусылар Лира Фәхри ҡыҙын моңло тауышы, юғары телмәр мәҙәниәте һәм тәбиғи һөйкөмлөлөгө өсөн үҙ итә. 40 йылдан ашыу диктор булып эшләгән шәхес рус телендәге күп фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша.
Лира Фәйзуллина яңылыҡтар сығарылыштарын, ата-әсәләр, балалар өсөн тәғәйенләнгән программаларҙы, ауыл хужалығы радиожурналдарын алып бара. Телевидениела билдәле «Асыҡ ишек» тапшырыуында эшләй. Уның һөнәри оҫталығын Мәскәүҙә лә таныйҙар-Лира Фәйзуллина Бөтә Союз радиоһының легендар дикторҙарында-Юрий Левитан менән Ольга Высоцкаяла тәжрибә туплай.
Коллегалары, яҡындары Лира Фәхри ҡыҙын юғары профессионал булараҡ ҡына түгел, талантлы актриса булараҡ та хөрмәт итә. Ул радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша, телефильмдарҙа төшә. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғафури районы Үтәк ауылы зыяратында ерләнәсәк.