Мәҙәни берҙәмлек. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә Халыҡтар дуҫлығы йылына арналған күләмле фестиваль үтте. Унда күп милләтле илебеҙҙең мәҙәни байлығы күрһәтелде. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе район педагогтарын һәм остаздарын ҙур байрамға йыйҙы. Бында уҡыусылар халыҡ мәҙәниәте фестивален ойошторҙо. Ғәҙәти уҡыу кабинеттарында улар 10 милләттең тарихын, фольклорын, аш-һыуын, мәҙәниәт сағылдырҙы.
Башҡа халыҡтың мәҙәниәтен күрһәтеү Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда ҙур, татыу ғаиләгә арналған сараларға старт биреү сиктәрендә уҙҙы.
Беренсе ҡала мәктәбендә уҙған семинар башҡа халыҡтарҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәни мираҫының мәңгелек әһәмиәтен сағыу һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусыларҙа уҙ-ара аңлашыу, төрлө милләт вәкилдәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хәрмәт тәрбиәләү-белем биреү процесының мөһим бурысы булып тора.