Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Бөгөн Өфөгә ил президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Ул һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров Кузнецов Затонында 164-се Мәғариф үҙәгендә булды. Уҡыу йорто 2 мең 200 балаға иҫәпләнгән. Бөгөн бында 1 мең 339 уҡыусы белем ала. Радий  Хәбиров һәм Игорь Комаров хәүефһеҙлек системаһына иғтибар итте. Мәктәпкә контроль-үткәреү пункты аша ғына инеп була. 176 видокамера, полиция менән элемтә булдырылған. Мәктәптә 4 спорт һәм бер тамашасылар залы  бар.  Дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студиялары,  нәшриәт үҙәге, робототехника кабинеты, ағас, металл, туҡыма эшкәртеү, аш-һыу әҙерләү бүлмәләре ҡаралған. Уҡыу йорто янында йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн биләмә, сәскә түтәлдәре, ял зоналары бар.