Башҡортостан бойҙайы Әзербайжанға һатыла

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Стәрлетамаҡтан мең тоннанан ашыу тауар оҙатылған. Продукция тикшерелгән. Ул фитосанитар талаптарға яуап бирә. Быға тиклем Әбйәлил районынан Ҡаҙағстанға 40 тонна бойҙай орлоғо оҙатылыуы тураһында хәбәр ителде.