Фатирға килгән кеше танытмаһын күрһәтә, йортта иҫәпләү ҡоролмалары алмаштырыуы тураһында хәбәр итә. Ҙур штраф менән янай. Хаҡын онлайн түләргә тәҡдим итә. Ғәмәлдә иһә бындай эштәр ҡаралмаған, аҡса мутлашыусыларға күсә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, планлы эштәр тураһында мәғлүмәт идарасы компания сайтында урынлаштырыла. Диспетчерға шылтыратып та белешергә мөмкин. Коммуналь түләүҙәр квитанция буйынса ғына башҡарыла.