Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ул эш сәфәре менән Өфөгә килде. Уҙған йылдың декабрендә фонды филиалы яңы бинала урынлашты. Бөгөн бында 130 социаль координатор эшләй. 130 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың күбеһе эшкәртелгән. - Фонд филиалы эше менән яҡшы танышбыҙ. Республика властары иң мөһим мәсьәләгә - яугирҙар ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә айырыуса иғтибар бирә. Бында эш яҡшы ойошторолған, - тине Игорь Комаров. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында хәстәрлек өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала. 2026 йыл аҙағына тиклем һәр район һәм ҡалала Яугирҙарға ярҙам үҙәге булдырыла.