Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам юғары кимәлдә ойошторолған. Был турала Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Өфөгә эш сәфәре барышында билдәләне. Төбәк башлығы Радий Хәбиров менән бергә ул яңы социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ осрашыу барышында республиканың мәғариф, иҡтисад һәм башҡа өлкәләрҙә үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Йыл башында Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп асылды. 2200 уҡыусыға иҫәпләнгән белем биреү үҙәгендә бөгөн педагогтар штаты тулыһынса тупланған, балаларҙың уңайлығы өсөн уҡытыу бер сменала ойошторолған. Яҙғы каникул осоронда ла мәғариф учреждениеһы ишектәре асыҡ, малай-ҡыҙҙар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, ижади һәләттәрен арттыра.
Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән бергә белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышып, уҡытыусылар һәм балалар менән аралашты. Тамаша залында урындағы ижади коллективтың репетицияһын ҡараны.
Кузнецов Затоны биҫтәһе-баш ҡаланың иң тиҙ үҫешкән биләмәләренең береһе. Социаль инфраструктураны үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Мәғариф учреждениеһы урындағы халыҡ өсөн күптән көтөп алынған объект.
Белем биреү үҙәге архитектура яғынан да, техник йыһазландырыу йәһәтенән дә үҙенсәлекле. Бинаның дөйөм майҙаны-30 мең квадрат метрҙан ашыу, 96 уҡыу кабинетының барыһы ла интерактив ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Әлегә белем биреү үҙәгендә 1300-ән ашыу бала уҡый. Яңы уҡыу йылынан кластар туплауға ғаризалар ҡабул ителә башлаған.
Уҡыусылар спортта ла һынатмаясаҡ, йәмғеһе дүрт зал эшләй, стадион да бар. Ашханаларҙа сәләмәт туҡланыуға иғтибар юғары. Балалар өсөн буфет та эшләй.
Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров яңы белем биреү үҙәгендә балаларҙы уҡытыу, ижади һәләттәрен асыуға заманса шарттар булдырылыуын билдәләне.
Эшлекле программаға ярашлы, Игорь Комаров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Өфөнөң Совет урамында асылған яңы үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш, фонд тарафынан социаль проекттар ҙа тормошҡа ашырыла.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн ветерандар менән эш өс йүнәлештә алып барыла.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән протокол осрашыуы барышында республиканың төрлө тармаҡтарҙа уңыштары, үҫеш мөмкинлектәре тураһында ла һөйләне. Социаль инфраструктура булдырыуға юғары иғтибар бүленеүен билдәләне.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эшлекле осрашыу барышында мәғариф өлкәһендәге күләмле проекттар менән дә таныштырҙы. Һәм Игорь Комаровты Өфөлә йыл аҙағында сафҡа индереләсәк Вуз-ара студенттар кампусын асыу тантанаһына саҡырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина