Алтынсы тапҡыр ойошторолған сарала Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән, Башҡортостан ҡала-райондарынан һәм Беларусь республикаһынан йөҙҙән ашыу бала ҡатнаша. Тәүге тур онлайн форматта уҙғарылған. Был икенсеһе. Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиада телгә, тарихҡа, рухи-мәҙәни ҡиммәттәребеҙгә һөйөү уятыуы менән үҙенсәлекле. Унда бер нисә телде үҙләштергән уҡыусылар ғына ҡатнаша ала, әммә төп талап-үҙ туған телеңде белеү.
Олимпиада ике этапта үтә, тәүгеһе төрлө телдәрҙә бирелгән һорауҙарға яуап биреү, икенсе этапта-командаларға бүленеп ярышыу. Педагогтар фекеренсә, был сәфәрҙе балалар йыл һайын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Уҡыусылар үҙҙәренең белемен һынап ҡарай, тәжрибә уртаҡлаша, фекер алыша, яңы дуҫтар таба. Олимпиада сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.