Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. Нефтекама, Баймаҡ, Благовещен ҡалалары һәм Ишембай районының Верхотор ауылы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, проекттарын тормошҡа ашырҙы. Бәләбәй, Учалы һәм Салауат ҡалаларында 1 миллиард һумдан ашыуға төҙөкләндереү буйынса тәүге этап тамамланған. Һәр проект инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тине Андрей Назаров.