Ауыл мәҙәниәт йортонда алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн гуманитар йөк туплана. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, хәрбиҙәр өсөн плащ тегә, посылкалар әҙерләй. Мәҙәниәт йорто директоры, “Изгелек” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лена Ултыраҡова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ауыл халҡы берҙәм. Һәр ғаилә яугирҙарҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын көтә”, - ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Сәйҙә Исҡужина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Юлдаш” радиоһының Журналист–ирекмәндәр төркөмө “Беҙҙең ирекмән” фотоконкурсын иғлан итте. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яугирҙарға ярҙам күрһәткән волонтерҙар тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк. Ярыш еңеүсеһе йәшәгән ҡала йәки ауылда ирекмәндәр слетын ойоштороу ҡарала. Уға шулай уҡ “Халыҡ ирекмәне” тигән иҫтәлекле миҙал һәм диплом тапшырыла.