Файҙалы танышыу. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында Сибай ҡалаһы ҡотҡарыусылары хәүефһеҙлек дәресен үткәрҙе һәм үҙ хеҙмәттәре хаҡында һөйләне. Фәһемле осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.
Иң яҡшы хәүефһеҙлек уҡытыусылары-ҡотҡарыусылар. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре менән улар төрлө хәүефле хәлдәрҙе тикшерҙе. Балалар эш ҡорамалдары, хеҙмәткәрҙәрҙең эше тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.
Бындай файҙалы профилактик дәрестәр айырыуса уҡыу йорттарында көнүҙәк. Балаларға хәүефһеҙлек тураһында белгестәр һөйләгәндә, был күпкә һөҙөмтәлерәк. Улар ҡотҡарыусыларҙың хеҙмәте менән яҡындан күреп таныша, кемдер тап ошо ваҡытта буласаҡ һөнәрен дә билдәләй.