Шаран районы хужалыҡтары яҙғы ҡыр эштәренә бөгөндән үк тотонорға әҙер

Әле төбәктең агросәнәғәт комплексында 300 берәмек ауыл хужалығы техникаһы иҫәпләнә. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре яуаплы кампания алдынан тракторҙарҙың һәм сәсеү агрегаттарының әҙерлеген ҡарай. Йыл һайын үткәрелеүсе мәжбүри техник тикшереүҙәрҙең береһе Гөлзәриә Фәйзуллинаның крәҫтиән-фермер хужалығында үтте. Урындағы механизаторҙар йыл һайын үҙҙәренә беркетелгән техниканы сифатлы итеп әҙерләргә тырыша. Тикшереү барышында техникаларҙың 80 проценттан ашыуы ҡәнәғәтләнерлек тип танылды. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 20 көн эсендә иҫкәртергә тейеш.