Бөгөн Бөтә донъя аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө. Календарға был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 2007 йылда индерелә. Аутизм тураһында мәғлүмәтте арттырыу, дискриминацияны кәметеү һәм аутизм спектры боҙолоуҙары менән кешеләргә ярҙам итеүҙең мөһимлеген маҡсат итеп ҡуя. Өфөләге менталь сәләмәтлек үҙәге өсөнсө йыл эшмәкәрлек алып бара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Гүзәлиә Хәбибуллина менталь сәләмәтлек үҙәге асылғандан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә педагог бик күп кескәйҙәрҙең яҡын дуҫына әйләнгән. Шуға ла балалар абилитация сараларын көтөп ала. Гүзәлиә Марат ҡыҙының кешелекле һәм кеселекле мөнәсәбәте күптәрҙә һоҡланыу уята. Ә уның сере ябай.
Педагогтарҙың балаларға ҡарата хәстәрлек күреүе ата-әсәләргә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Менталь сәләмәтлек үҙәгендә дауаланып ҡайтҡандар кәңәше менән килеүселәр ҙә бик күп.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар араһында аутистик тайпылышҡа бәйле ауырыуҙар һаны артыуы билдәле. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙең берҙән-бер Менталь сәләмәтлек үҙәгендә былтыр мең ярымдан ашыу баланың абилитация үтеүе ошо хаҡта һөйләй. Хеҙмәткәрҙәр «туғыҙ аҙым» программаһы буйынса белем алып, башҡа ғаиләләргә тәжрибәһе менән уртаҡлаша, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша. Сөнки балалар тап ғаилә мөхитендә ныҡлы реабилитация үтә. Әйткәндәй, республикала ойошторолған төплө система илдең башҡа төбәктәренә лә өлгө булып тора.
Менталь сәләмәтлек үҙәге асылыуына өс йыл тулыу уңайынан бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Әлбиттә, учреждениеның кескәй пациенттары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Абилитация үтергә килгән һәр балаға хеҙмәткәрҙәр махсус бүләктәр тапшырҙы. Сара ҙур дискотека менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин