Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән «Башҡорт ғаиләһе йылы»на бәйле ғаилә институтын нығытыу, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау буйынса күләмле саралар ойошторола. Тел өйрәтеү курстары һәм унда ҡатнашыусылар араһында башҡорт теле буйынса конкурс уҙғарыу ҡаралған. Еңеүселәр быйыл «Урал батыр эпосы» көнөндә тәбрикләнәсәк. Ултырышта шулай уҡ Ҡоролтайҙың дөйөм эшмәкәрлеге, йылдың төп эш йүнәлештәре тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡоролтайҙың 5, 6 съездары һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡтар донъя күргән, ултырышта был китаптар менән таныштырыу үтте.