Проект икенсе йыл рәттән «НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ярҙамында тормошҡа ашырыла. Райондың ике меңдән ашыу уҡыусыһын берләштергән олимпиада ике этапта ойошторола. Финалда 315 бала һынау тотто, уларҙың 45-е еңеүсе һәм призер исеменә лайыҡ булды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Яҙғы каникул булыуына ҡарамаҫтан, кластар уҡыусылар менән тулы. Әммә улар бер мәктәптән түгел, ә райондың төрлө белем усаҡтарынан йыйылған. Барыһын да-икенсе тапҡыр ойошторолған «Ғилем» олимпиадаһы берләштерә. Малай-ҡыҙҙар математика, физика, химия һәм башҡорт теленән үҙ көстәрен һынай.
«Ғилем» олипиадаһы Әбйәлил районы мәктәптәре араһында 7-се, 8-се, 9-сы һәм 10-сы синыфтары уҡыусылары өсөн үткәрелә. Һайлап алыу этабы март урталарында онлайн рәүештә ойошторолған. Унда райондың барлыҡ 21 белем усағынан 2 мең 200 малай-ҡыҙ ҡатнаша. Улар араһынан иң юғары балл йыйған 315-е бәйгенең финал этабына саҡырылған. Олимпиаданы район үҙәгендә бер ай элек сафҡа ингә күп профилле полилингваль мәктәбе ҡаршы алды.
Олипиаданың төп ойоштороусыһы булараҡ «НефтеПолюс» инженер мәктәптәрен үҫтереү фонды һәм Әбйәлил районы хакимиәте Мәғариф бүлеге сығыш яһай. Сараның партнеры-«Салауат» тау-байыҡтырыу комбинаты. Тап улар ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләгән.
Олимпиада балаларҙа сәнәғәт предприятиеларында талап ителгән һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Башҡорт теле иһә тыуған телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән индерелә.
Олимпиада йомғаҡтары буйынса 45 уҡыусы аҡыллы колонка, смарт-сәғәт, ҡолаҡсындар менән бүләкләнде. Еңеүсе һәм призерҙарҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла ҡиммәтле бүләктәр, ә райондың өс мәктәбенә яңы принтерҙар тапшырылды.
Икенсе йыл рәттән ойошторолған «Ғилем» олимпиадаһы матур йолаға әйләнеүенә шик юҡ.
Әлфинә Килдейәрова