Быйыл яҙ баҫыуҙарға 11 мең трактор сыға

Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. 5 меңдән ашыу сәсеү агрегаты  әҙерләнгән. Әле  хужалыҡтар ашлама  һәм  ҡоротҡостарға  ҡаршы  препараттар туплай. Яҙын 2 миллион  гектарҙан ашыу ер сәселә. Уның ҙур өлөшөн иген ала. Майлы культура майҙандары арттырыла.  Шәкәр сөгөлдөрө өсөн 40 мең гектар ҡаралған. Баҫыу эштәрен апрель урталарында башлау көтөлә.