Бөгөн таңғы сәғәттәрҙә Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Бер нисә дрон нефть эшкәртеү заводтарына етмәҫ борон атып төшөрөлгән. Береһенең ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһына ҡолап янғын сыҡҡан. Был турала республика башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров белдереүенсә, тағы бер дрон Ғафури урамындағы йортҡа тейгән. Ике осраҡта ла һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Янғын һүндерелгән.
Баш ҡаланың Ғарури урамы нда зыян күргән күп фатирлы йортта йәшәүселәр өсөн прокуратураның Ҡыҙыу линияһы эшләй. +7 (3472) 73-64-54 телефон һандары буйынса шылтыратып, проблема хаҡында хәбәр итергә, хоҡуҡи ярҙам алырға һәм тикшереү эше тураһында мәғлүмәт белергә мөмкин. Власть органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынында барлыҡ махсус хеҙмәттәр ҙә штат режимында эшләгән, зыян күләме асыҡлана.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, ваҡытлыса урынлашыу пунктына мөрәжәғәт итеүселәр булмаған. Осраҡ буйынса баш ҡала хакимиәте, прокуратура, граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыу уҙғарылды, милекселәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә бәйле яуап алды. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында зыян күреүселәр булыу ихтималлығы тураһында мәғлүмәт тә таратыла башланы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән, һәләк булыусылар юҡ.