Өфөлә креатив индустриялар сәғәте яңы форматта үтте

Эшҡыуарҙар ултырышта яңы идеялар тәҡдим итте. Проекттар хупланған осраҡта уларҙы тормошҡа ашырыуға грант биреләсәк.

Был юлы ултырышта бөтәһе 7 проект ҡаралды, улар төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Халыҡ кәсептәрен, милли кейем өлгөләрен тергеҙеүҙән алып музей, продюсер үҙәге ойоштороуға тиклем. Ултырышта билдәләнеүенсә, Башҡортостанда креатив индустриялар тармағын үҫтереү буйынса комплекслы эш алып барыла, республика был йүнәлеш буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре исемлегенә инә. Төбәктә креатив индустрия көнө булдырылған, махсус ҡануни документ ҡабул ителгән. Балтыр декабрҙә креатив иҡтисадты үҫтереүселәргә тәүге тапҡыр премиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Бөгөнгө ултырышта ҡаралған проекттар ҙа хупланды. Эшҡыуар Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә дәүләт ярҙамы бик мөһим, ул киләсәктә этник сувенирҙар етештереүҙе үҫтерергә ниәтләй.