Беренсе мөхәббәт. Көнсығыш әкиәте. Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән яҡташыбыҙ, яҙыусы һәм журналист Диана Свердловская-Зилә Шәйхетдинованың ижад кисәһе шулай тип аталды.
Кисәлә яҙыусының йәшлек хистәренә арналған билдәле хикәйәһен ижадташ дуҫтары-журналистар һәм артистар Гөлдәриә Йосопова, Наталья Слизовская һәм Рената Баҙамшина уҡып ишеттерҙе. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында барған ваҡиғаларға нигеҙләнгән әҙәби әҫәр популяр көйҙәр оҙатыуында уҡылды. Диана Свердловскаяның исеме республика матбуғатында яҡшы таныш. «Молодежная газеталағы» мәҡәләләре өсөн «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһенә лайыҡ булған ҡәләм оҫтаһы Һуңғы ун биш йылда илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәп, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Башҡортостан менән дә бәйләнештәрен өҙмәй, ваҡытлы матбуғатта Мәскәү башҡорттары тормошон яҡтырта. Юбилей кисәһендә Диана Свердловскаяға Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан журналистар союзынан ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Осрашыуҙы Мәскәүҙең башҡорт эстрада йондоҙҙары Луиза менән Арсен Кәримовтар, Земфира Баймырҙина менән Рената Баҙамшиналарҙың йыр-моңо биҙәне. Ошонда уҡ яҙыусыны китаптары һәм уның әҫәрҙәре донъя күргән Рус әҙәби үҙәге альманахтарынан һәм әҫәрҙәренә иллюстрацияларҙан күргәҙмә лә ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Зилә Тәлғәт ҡыҙы яңы китап өҫтөндә эшләй.