"Алға" иҡтисади биләмәһенең яңы резиденттары 600 миллион һум инвестиция йүнәлтә

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығында тағы ике компания-резидент теркәлде. Тәүге проект буйынса төҙөлөш ҡоролмаларын дымланыуҙан һаҡлау материалдары етештереү яйға һалына.  Бынан тыш иҡтисади биләмәлә химик реагенттар эшләп сығарыласаҡ. Улар  нефть эшкәртеү сәнәғәтендә ҡулланыла.