Башҡортостанда асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары заводтарында соҡорҙарҙы ямау өсөн ҡайнар асфальт етештерелә. Шишмә районындағы завод сәғәтенә 60  тонна асфальт етештерә. Быйыл республикала 50 асфальт-бетон заводы  эшләйәсәк, уларҙың 25-е “Башкиравтодор” предприятиеһына ҡарай. Подрядсы ойошмалар ҡайнар ҡатнашма менән соҡорҙарҙы ямауға тотондо. Эштәр 1 июнгә  тиклем дауам итә. Артабан юлдарҙы төҙөкләндереү башлана.