«Башнефть» компанияһы республика райондарының үҙәк майҙандарын планға ярашлы үҙгәртеп ҡороуға тотона

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте. Быйыл бер юлы өс муниципалитетта йәмәғәт биләмәләре төҙөкләнлереләсәк. Асҡын ауылының үҙәк майҙанында, мәҫәлән, фонтанды тегеҙеү, тротуарҙарҙы киңәйтеү һәм ҡатламын яңыртыу, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡарала. Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондары үҙәктәрендә төрлө йәмәғәт биләмәләрен бер бөтөн итеп, майҙандарҙың функциональ мөмкинлектәрен арттырыу күҙаллана