Өфөлә электр самокаттары миҙгеле асылды

Быйыл кикшеринг компаниялары шәхси мобиллек саралары һанын рекордлы күрһәткескә-6 меңгә еткерергә иҫәп тота. Ә уларҙы файҙаланыу өсөн тағы бер сервис барлыҡҡа килде.

Дөйөм алғанда, замана техникалары менән ҡулланыусылар йылдан-йыл арта. Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы ҡаланың Транспорт идаралығы менән берлектә үтәлергә тейеш ҡағиҙәләр ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрә. Әле электр самокаттарын урынлаштырыу өсөн 1 меңдән ашыу зона билдәләнгән. Ә инде уларҙың тиҙлеге автоматик рәүештә сәғәтенә 25 километрҙан 5 километрға тиклем кәмейәсәк урындар бар. Был төп урамдар киҫелештәре, шулай уҡ парк зоналары һәм мәктәптәргә яҡын биләмәләр.

Бер үк ваҡытта шәхси мобиллек сараларын ҡулланыу тыйылған зоналар ҙа бар. Мәҫәлән, Хөкүмәт йорто, Арт-квадрат, Якутов паркы, Совет майҙаны, сәнәғәт предприятиелары, зыяраттар эргәһендәге биләмәләр. Тулы исемлек менән ҡала хакимиәтенең рәсми ресурстарында танышырға мөмкин. Ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата етди санкциялар ҡаралған. Сөнки электросамокат менән ҡулланыусылар-юл хәрәкәтенең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары. Шуға ла уларға иғтибарлы булырға һәм башҡаларға ихтирам менән ҡарау талап ителә.