Өфөлә «Кисә һәм бөгөн» заманса режиссура һәм драматургия ижади лабораторияһы асылды

Был рус драма театры менән республиканың театр эшмәкәрҙәре союзының берлектәге проекты. Ойоштороусылар фекеренсә, лаборатория ижади эҙләнеүҙәр һәм эксперименттар биләмәһе. Уның модераторы Станиславский һәм Дягилев исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, «Алтын битлек» Милли театр премияһының эксперт советы ағзаһы Олег Лоевский.

Ижади лаборатория асыу идеяһы бынан 15 йыл элек тыуҙы. Театр труппаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулы ижади мөхиткә сума. Биш көн эсендә текст тулыһынса ятланып, мезасценалары һәм декорациялар менән спектакль әҙер булырға тейеш.

Олег Лоевский, заманса драматургия һәм йәш режиссура буйынса лабораторияларҙың арт-директоры, сценарист, театр тәнҡитсеһе

Тамашасыларға спектаклдәр 6 һәм 7 апрелдә күрһәтелә. Үҙ эштәрен режиссерҙар Евгений Закиров, Дмитрий Егоров, Петр Незлученко һәм Галина Зальцман тәҡдим итәсәк. Уларҙың һәр береһенең үҙ ижади багажы һәм үҙенсәлекле ҡарашы бар. Өфөнөң академия театры труппаһы менән эшләү-артабанғы үҫеш өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Мәскәү һәм баш ҡалала йәшәүселәр хаҡында Шапиковтың бер ҡасан да төшөрөлмәгән «Причал»ына эскиздар төшөрҙөм. Сценарий яҡты һәм асыҡ. Әммә хыялдарҙы тормошҡа ашыра торған, үҫеш бирә торған яҡты баш ҡала образы ысынбарлыҡта бөтәнләй икенсе яҡтан, маҡсаттарға ирешеүе еңелдән булмаған ҡала булараҡ асыла.

Галина Зальцман, режиссер