Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Өфө-арена»ла «Автомобилист» менән 6-сы уйын үткәрҙе. Осрашыуҙың яҙмышы икенсе овертаймда ғына хәл ителде. Аутсайдерҙан фавориттарҙың көслө дәғүәсеһәнә әйләнгән командабыҙҙың уңышы хаҡында киләһе репортаж.
Шелдон Ремпалдың икенсе овертаймда индергән шайбаһы юлаевсыларға 4-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был гол Башҡортостан командаһын Гагарин кубогының сирек финалына сығарҙы. Ә бит өсөнсө осор аҙағында ғына көйәрмәндәрҙең өмөтө бөтөнләй өҙөлгәйне. Сөнки дәғүәселәр алға сыҡҡандан һуң күптәр серияның яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалды тип уйлай башлағайны. Әммә был сценарий менән яҡташарабыҙ килешмәй. Төп ваҡыт тамамланыуға 4 секунд ҡалды тигәндә, Евгений Кузнецов иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште.
Серия дауамында Евгенийҙы кемдәр генә әрләмәне, әммә тренерҙар составы уға ышаныуын юғалтманы. Һәм был юҡҡа булмаған. Был серияла шулай уҡ башҡа хоккейсылар ҙа юғары оҫталыҡ күрһәтте. Көйәрмәндәр айырыуса йәш юлаевсыларҙың уйынын оло ғорурлыҡ менән ҡараны. Әйтәйек, Максим Кузнецов ҡына 4 тапҡыр уңышҡа өлгәште. Уның өсөнсө уйындағы шайбаһы плей-оффтың иң матур голдарының береһе булды.
Серия алдынан билдәле хоккей эскперттарының береһе лә юлаевсыларҙың еңеүенә ышанмағайны. Хатта ҡайһы бер тоғро көйәрмәндәр ҙә бындай уңыш көтмәне. Хәйер, еңеүҙән дә тәмлерәк нәмә булмауына һәм аппетит ашау ваҡытында килеүенә хәҙер барыһы ла инанды.
Еңеүҙән һуң тренерҙар юлаевсыларҙы ике көнлөк ялға ебәрҙе. Оҙаҡҡа түгел, сөнки плей-оффтың икенсе этабында яҡташтарыбыҙ «Локомотив» менән осраша. Тап тимер юлсылар бер йыл элек беҙҙән көслөрәк булғайны. Шуға ла реванш алырға кәрәк. Һәр хәлдә, беҙҙекеләрҙең Боб Хартли командаһын еңеү тәжрибәһе бар.
И.Байбулатов