«Башнефть» компанияһының социаль сәйәсәте Башҡортостан етәкселеге курсы менән тап килә

Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев белдерҙе. Һуңғы биш йылда акционерҙар йәмғиәте ярҙамында күләмле инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Ишембайҙа Башҡортостан нефтен беренсе асыусылар майҙанына капиталь ремонт үткәрелде.

Баймаҡ, Дәүләкән һәм Учалылағы проекттар ҙа мегаполис менән район үҙәктәре араһындағы сикте юҡҡа сығарҙы, матур ял зоналары һәм урам сауҙаһы өсөн уңайлы майҙансыҡтар булдырҙы. Нефтекамала ла «Октябрь» кинотеатры алдындағы майҙан үҙгәрҙе, 20 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы заманса велосипед юлы төҙөлдө, ул бөтә ҡала аша тиерлек үтеп Николо-Березовка ауылына тиклем һуҙылды.

Өфөлә һәм ҡала ситендә лә ҙур үҙгәрештәр бара: Нижегородка биҫтәһендә стадион булдырылған, Черниковкала «Беренсе май» паркы төҙөкләндерелә, Азатлыҡ һәм Богдан Хмельницкий урамдары киҫелешендә сквер яңыртыла. Шулай уҡ баш ҡалала Башҡортостан нефтселәре ярҙамында юл селтәре комплекслы үҫтерелә: Максимовка ауылында автомобиль юлын капиталь ремонтлау халыҡтың социаль объекттарға инеүен еңеләйтте. Нуғай ауылының Парад һәм Ватан урамдарын яңыртыу урындағы халыҡтың йәшәйәшен күпкә уңайлыраҡ итте.